Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2025, 11:56

Башҡортостанда 2026 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Социаль пособиелар ошо күрһәткестәр буйынса иҫәпләнә.

Андрей Старостин / башинформ.рф
Фото: Андрей Старостин / башинформ.рф

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән киләһе йылға йәшәү минимумы билдәләнде.

2026 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы – 16 856 һум,

эшкә һәләтле халыҡҡа – 18 373 һум,

балаларға – 16 350 һум,

пенсионерҙарға – 14 496 һум.

Был күрһәткестәр социаль пособиеларҙы һәм башҡа ҡайһы бер түләүҙәрҙе иҫәпләү өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, пенсионерҙарҙың тупланма пенсия суммаһын бер юлы алырға мөмкинме-юҡмы икәне шуға бәйле.

Быйыл республикала йән башына йәшәү минимумы 15 782 һум тәшкил итә, эшкә һәләтлеләргә – 17 202 һум, балаларға – 15 309 һум, пенсионерҙарға –  13 573 һум.

https://www.bashinform.ru/news/likbez/2025-11-19/v-bashkirii-ustanovili-prozhitochnye-minimumy-na-2026-god-4473031

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас