Бөгөн, 17 ноябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Совет районының 80-се полиция участка пунктында эшләгән полицияның участка вәкилдәре Ульяна Хәйретдинованы һәм Динар Хәйбрахмановты һөнәри байрамы менән ҡотларға килде. Республика етәксеһе участковыйҙарҙың эше, халыҡтың уларға ниндәй һорауҙар һәм проблемалар менән мөрәжәғәт итеүе менән ҡыҙыҡһынды.
Участковыйҙар әйтеүенсә, мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ғаилә-көнкүреш низағтары менән бәйле.
Ульянаның тормош иптәше (позывнойы «Башҡорт») әле махсус хәрби операцияла ҡатнаша, уларҙың кескәй ҡыҙҙары бар.
«Мин ике йыл инде участковый булып эшләйем, социаль-технологик колледжды тамамланым. Иптәшем дә участковый ине. Эшем бик оҡшай, ауыр, әлбиттә, ләкин мин участковый булыуыма үкенмәйем», – тип билдәләне Ульяна Хәйретдинова.
Полиция майоры Динар Хәйбрахманов үҙенең 15 йылдан ашыу участковый булып эшләүе хаҡында һөйләне.
Республика Башлығы полиция хеҙмәткәрҙәренә яуаплы эштәрендә тик уңыштар теләне, ә Ульянан иренә үҙенән сәләм еткереүен һораны.
«Участковыйҙар – беҙҙең төп союздаштар, көрәштәштәр. Мине һәр ваҡыт йәмәғәт именлеге борсой. Аңлашылып тора, дөйөм енәйәтселек, вазифалы енәйәттәр ҙә борсой, әммә йәмәғәт именлеге халыҡтың тормошон уңайлы, хәүефһеҙ итә, улар урамдарға тыныс күңел менән сыға алһын өсөн. Участковыйҙарҙың эше бик ауыр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар етмәй, сөнки Өфө халҡы даими рәүештә арта», – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенең һорауына.
Ульяна Хәйретдинова һүҙҙәренсә, республика етәксеһенең килеүе улар өсөн көтөлмәгән хәл булған.
«Радий Фәрит улы менән аралашҡанда бер аҙ тулҡынландыҡ, әлбиттә. Ул беҙҙән эшебеҙ, ғаиләбеҙ тураһында һорашты. Тормош иптәшемә уның сәләмен әйтермен, фотолар ебәрермен. Коллегаларымдың барыһын да һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотларға теләйем», – тине Ульяна.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 ноябрҙә Полицияның участка вәкилдәре хеҙмәте ойошторолоуға 102 йыл тула.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.