

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостан халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтен комплекслы яңыртыу буйынса проекттың икенсе тулҡынында ҡатнашты. Төбәктә эшләп килгән 69 кадрҙар үҙәгенең 51-е яңыртылды.
«Былтыр кадрҙар үҙәктәре яңыртылған 12 төбәк араһында тап Башҡортостан эшһеҙ булып иҫәптә тороу ваҡытын ҡыҫҡартыу темптары буйынса алдынғы урынды биләй, — тип билдәләне Дмитрий Платыгин. — Мәшғүллек хеҙмәтенең яңы нөктәләрен асабыҙ, шул рәүешле беҙ илдә яңы, яңыртылған кадрҙар үҙәктәре селтәрен нығытабыҙ һәм үҫтерәбеҙ. Бөгөн кадрҙар үҙәктәре ниндәйҙер сәбәптәр менән эшһеҙ ҡалғандарға ғына түгел, карьераһын үҫтерергә теләгән һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Кадрҙар үҙәктәрендә эш биреүселәргә етди иғтибар бирәләр, төбәк иҡтисады үҫешенә өлөш индерәләр».
2025 йылдың аҙағына Рәсәйҙең 46 төбәгендә 1200-гә яҡын яңыртылған кадрҙар үҙәге асылырға тейеш.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, яңыртылған кадрҙар үҙәге бинаны ремонтлау ғына түгел. Бында күрһәтелгән хеҙмәттәр даирәһе эш эҙләүҙә ярҙам күрһәтеүгә ҡарағанда күпкә киңәйтелде.
«Тәрәнерәк комплекслы эш алып барыла. Шуға күрә мәшғүллек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәм. Һеҙгә уңыштар, именлек теләйбеҙ. Дыуан һәм Баҡалы райондарында «Рәсәйҙә эш» модулле кадрҙар үҙәктәрен сафҡа индерергә рөхсәт бирәм. Ә Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына хеҙмәттәшлек өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.