06:55 (UTC+5), 14 Ноября 2025

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте

Фото: Олег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин

«Онкопатруль» Бөтә Рәсәй мәғлүмәт-ағартыу проекты белгестәрҙең киң даирәһенә онкология ауырыуҙары менән көрәш өлкәһендәге заманса ҡаҙаныштар менән танышырға, онкология хеҙмәтен ойоштороуҙың төп мәсьәләләре буйынса фекер алышырға мөмкинлек бирә. Был хаҡта Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Онкопатруль» проектының Граждандар диалогы ултырышында белдерҙе.

Республика тәүге тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын 2019 йылда ҡабул иткәйне. Ул саҡта «Башҡортостан сода компанияһы» һәм «Салауатбыяла» предприятиеһының 500-ҙән ашыу хеҙмәткәре онкология сирҙәрен иртә асыҡлау буйынса диагностика үтте. Быйыл акцияға Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе лә ҡушылды.

«Республикабыҙҙа халыҡтың үлем осраҡтарының төп сәбәптәренең береһе булған онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелә. Табиптарыбыҙ башҡарған эш һөҙөмтәһендә республикала яман шештән үлем осраҡтары кәмей. 2020 йылда был күрһәткес 100 мең кешегә 169,6 булһа, былтыр – 156,8.

Был эш бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла. Тәү сиратта –онкология ауырыуҙарын иртә диагностикалау. Алыҫ райондарҙа йәшәгән халыҡты сирҙәрҙе, шул иҫәптән онкологияны иртә асыҡлау өсөн 2019 йылдан «Сәләмәтлек поезы» акцияһы үткәрелә. Былтыр ғына 170 мең самаһы кеше ҡаралған, 200-гә яҡын яман шеш осрағы асыҡланған.

Хәҙерге ваҡытта республикала яман шештең һәр икенсе осрағы иртә стадияла асыҡлана. Йыл һайын ойошторолған диспансеризация барышында быйыл ғына 3 меңдән ашыу кешелә яман шешкә шик тыуған. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында «Колоректаль яман шешт скринингы» программаһын индереү буйынса лидерҙар иҫәбенә инде. Шуның һөҙөмтәһендә скрининг ваҡытында ауырыуҙы иртә стадияла  асыҡлау күрһәткесе 57%-тан 74%-ҡа тиклем артты. Былар барыһы ла ошо сирҙән үлем осраҡтарын һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирә», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бөгөн беҙҙә тикшереүҙең һәм дауалауҙың заманса ысулдары бар. Республика онкология диспансерының радиология хеҙмәте Рәсәйҙә иң ҙур нур терапияһы үҙәге булып тора.

Онкологтар әҙерләү мөһим роль уйнай. Йыл һайын беҙҙең медицина университеты 30-ға яҡын белгес әҙерләй. Әлеге көндә онкология хеҙмәтенең кадрҙар менән тәьмин ителеше – 77% тирәһе һәм республикала был проблеманы хәл итеү өҫтөндә эшләйҙәр.

Онкопациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мөһим. Быйыл ошо маҡсатҡа 2,5 миллиард һум самаһы йүнәлтелде. Был иһә льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән аҡсаның өстән бер өлөшө тиерлек.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-14/bashkiriya-vo-vtoroy-raz-prinyala-estafetu-provedeniya-aktsii-onkopatrul-4466907

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика