Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.03
-0.24
90.98
-0.32
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2025, 09:19

Владимир Путин Башҡортостандың Асҡын районы башлығын бүләкләне

социаль селтәрҙәр / Асҡын районы хакимиәте
Фото: социаль селтәрҙәр / Асҡын районы хакимиәте

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың Асҡын районы башлығы Динис Йосоповты эшендәге уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөнМаҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Был документ «Башинформ» агентлығы ҡарамағында бар.

Динис Йосопов 2021 йылда Асҡын районы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул башлыҡтың социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлегенең баш кәңәшсеһе була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-12/vladimir-putin-nagradil-glavu-askinskogo-rayona-bashkirii-4464612

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас