

Ватанды һаҡлаусылар йылында Башҡортостандың Үрге Тәтешле ауылынан тыл эшсәне Миңлесания Закирова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов ветеранға Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путиндан һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтан бүләктәр һәм ҡотлау хаттарын тапшырҙы.
«Уның тормошо – ҡаһарманлыҡ, ныҡлыҡ һәм Тыуған илде сикһеҙ яратыу өлгөһө ул. Йәш сағынан уҡ ул тылдағы эштең ауырлығын үҙ иңендә татыған», – тип билдәләне Шәйхисламов.
Миңлесания Ғимадрислам ҡыҙы бар ғүмерен тыуған төйәгенең мәнфәғәте өсөн тырышып хеҙмәт итеүгә бағышлай: агроном, тегенсе, бухгалтер булып эшләй. Уның намыҫлылығы һәм һөнәрилеге лайыҡлы баһалана, ул райондың йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһының баш бухгалтеры итеп тәғәйенләнә. «Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Миңлесания инәй бына тигән балалар тәрбиәләп үҫтергән. Улар уҡытыусы һөнәрен һайлаған һәм тормошон йәш быуынға белем биреүгә арнаған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.