

Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов Боғанаҡ ауылында йәшәүсе Мөслихә Эшонҡолованың БР Башлығына мөрәжәғәтен шәхси контролгә алған. Пенсионер Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә шылтыратып, өйөнә газ үткәреүҙә ярҙам итеүҙәрен һорағайны.
Радий Хәбиров, пенсионерҙың борсолоуҙарын тыңлағандан һуң, Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимовҡа был мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
«Азат Салауат улы, зинһар, был хәлде ҡарап сығығыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәм, йортҡа тиклем газ үткәреү бушлай. Әгәр ауылда газ юҡ икән, тимәк, беҙгә тикшерергә кәрәк. Биш йорт торған ауылға газ үткәреү мөмкин түгел, быныһы аңлашыла. Шуға күрә, беҙгә был мәсьәләне тикшерергә кәрәк. Ҡатындың ике улы, ейәне МХО-ла хеҙмәт итә», — тине Радий Хәбиров.
Кисә район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов «Газпром газ бүлеү Өфө» ойошмаһы филиалы директоры Эдуард Ғүмеров менән бергә пенсионер менән осрашҡан, уның йортон ҡарап сыҡҡан.
«Бөгөн Мөслихә Ишбулды ҡыҙы «Газпром»ға ҡағыҙҙар тултырырға килә. Барыһы ла ыңғай килеп сыҡһа, Яңы йылға тиклем өйөнә газ үткәрергә ниәтләйбеҙ. Был мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡмын», — тип уртаҡлашты Азат Хәкимов.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.