

«Әр-Рәхим» мәсетендә быйыл башланған фасад эштәрен 2026 йылда тамамлау планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең тура бәйләнеше барышында белдерҙе.
«Планға ярашлы, йылытыу һәм эске эштәрҙе киләһе йылда башлайбыҙ. Шулай уҡ ер мәсьәләләре лә бар, мәҫәлән, стилобаттың бер өлөшө федераль милек аша үтә. Минең вәкәләттәрем 2029 йылда тамамлана. Әлбиттә, мәсетте төҙөп бөтөргә теләйем. Әммә был шулай уҡ финанс мәсьәләһе. Әйтәйек, беҙҙең һалдаттарға дрондар ебәреү йәки төҙөлөшкә аҡса бүлеү араһында һорау торһа, минеңсә, яуап билдәле, әлбиттә, ярҙам беҙҙең һалдаттарға китәсәк, уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтеләсәк», — тине Башҡортостан Башлығы.
Розалия Вәлиева
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.