02:15 (UTC+5), 12 Ноября 2025

Башҡортостан Башлығы республика предприятиеларының БПЛА-нан ни тиклем һаҡланыуы хаҡында һөйләне

Фото: Олег Яровиков
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнешендә «Известия» баҫмаһының хәрби хәбәрсеһе Эмиль Тимашев республиканың пилотһыҙ аппараттар һөжүмен кире ҡағырға ни тиклем әҙер булыуы хаҡында һораны. Радий Хәбиров БПЛА-ның террористик һөжүмен кире ҡағыу мәсьәләһендә төбәк халҡынан үҙенең идара итеү командаһына ышанысын һораны.

«Әлеге ваҡытта дошман дрондары даими рәүештә Башҡортостанға килеп етергә тырыша, йыш ҡына «Келәм» планы индерелә. Һөжүмдәр йышыраҡ һәм системалыраҡ була бара. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә «Газпром нефтехим Салауат»ҡа күптән түгел бер юлы алты дрон килде. Бер нисә йыл элек Башҡортостанда стратегик объекттар бындай һөжүмгә әҙер түгел ине. Ҡыҫҡа ваҡытта саралар күрергә тура килде. Башҡортостанда стратегик мөһим объекттарҙы яҡлау мәсьәләһе менән шөғөлләнгән террорға ҡаршы комиссия ойошторолдо. Пассив һаҡланыуға килгәндә, төбәктә үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәткән антидрон селтәрҙәре ҡулланыла. Актив һаҡлауҙа Рәсәй Оборона министрлығы ярҙам итә. Улар төбәккә осоусы шикле объекттар тураһында хәбәр итә. Теләһә ҡайһы урынға машина менән юлланырға әҙер төркөмдәр бар», – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда "панцирь", зенит һәм шыма көбәкле ҡорал бар. Радиоэлектрон баҫтырыу сараларының бер нисә быуыны алмаштырылған да инде. Хәүеф янағанда предприятие хеҙмәткәрҙәрен шунда уҡ һыйыныу урынына эвакуациялайҙар.

«Беҙ үҙебеҙҙе нисек яҡларға кәрәклеген беләбеҙ һәм һөҙөмтәле яҡлайбыҙ. Бөтә предприятиелар ҙа эшләй. Башҡортостан халҡын ығы-зығыға бирелмәҫкә, ялған мәғлүмәткә ышанмаҫҡа һәм рәсми хәбәрҙәр көтөргә саҡырам. Әгәр нимәлер булһа, беҙ был хаҡта асыҡтан-асыҡ әйтәбеҙ, проблеманы йәшермәйбеҙ. Беҙ ваҡиға хаҡында мәғлүмәт бирәбеҙ. Бер кемде лә бәлә менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Беҙгә килгән Оборона министрлығы көстәре һәм предприятиларҙың хәүефһеҙлек хеҙмәттәре үҙ эшен һөҙөмтәле башҡара, тип иҫәпләйем», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-11/radiy-habirov-raz-yasnil-sistemu-zaschity-predpriyatiy-bashkirii-ot-ataki-bpla-4462072

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика