Бөгөн Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында Туймазы ҡалаһының реабилитация үҙәгенә тиҙ арала ремонт яһау кәрәклеге хаҡында белдерҙе.
«Яңы йылға тиклем Туймазыға барам, эште башлайбыҙ. Балаларҙың реабилитация үҙәктәренә ҡағылышлы барлыҡ проблемалар — беҙҙең өсөн төп өҫтөнлөк», — тине республика етәксеһе.
Тура эфир тексты «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында ҡарарға мөмкин.