Башҡортостанда ноябрь аҙағына тиклем киҫкен респиратор инфекциялар йоҡтороу осраҡтары артыуы көтөлә. Роспотребнадзор белгестәре уҙған йылдарҙағы һандарға таянып, ошондай һығымта яһаған. Әлегә һалҡын тейҙереү һәм киҙеү миҙгелдең был осорона хас.
Ведомство белгестәре сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыу, шәхси гигиена үтәү, сәләмәт тормош алып барыу мөһимлеген иҫкә төшөрә.
«Башинформ» агентлығы быға тиклем коронавирус менән сирләүселәр һаны кәмеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Һуңғы тәүлектә 30 яңы сирле асыҡланған. Сағыштырыу өсөн: октябрь аҙағында ошо уҡ тәүлек эсендә 73 кешелә COVID-19 анализы ыңғай булған.