16:22 (UTC+5), 11 Ноября 2025

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә Салауат Юлаев һәйкәлен рестраврациялауҙы күрһәттеләр

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә тамашасыларға бүләк яһанылар — Салауат Юлаев һәйкәлен рестраврациялау барышын күрһәттеләр.

Фото: «Башинформ»
Ләйлә Аралбаева

Салауат Юлаев һәйкәлен һүтеү бер нисә көн элек кенә тамамланды. Бөгөн инде һәйкәлде махсус цехҡа ташып бөткәндәр. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә меңдәрсә квадрат метрға һуҙылған ангарҙа белгестәр монументтың өлөштәре өҫтөндә эшләй. 

Реставраторҙар Михаил Татарников һәм Андрей Смирнов һәйкәлде йүнәтеү үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Һәр эш эҙмә-эҙлекле, планлы башҡарыла.

«Һәйкәлде һүткәндән һуң уны таҙалау, тутығын бөтөрөү эштәре бара. Монументтың деталдәре ошонда уҡ ҡороласаҡ», — тип аңлатты Михаил Татарников. 

Һис шикһеҙ, һәйкәл урынына тәүге ҡиәфәтенә ҡайтарыласаҡ, ти Андрей Смирнов. Монумент скульптор Сосланбәк Тавасиев буяған элекке үҙенең төҫөндә буласаҡ. Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы Александр Мирианашвили һүҙҙәренсә, һәйкәлде ремонтлау күптән талап ителгән. Тура бәйләнештә республика йәмәғәтселеген борсолмаҫҡа саҡырҙылар, монумент 2027 йылдың октябренә урынына ҡуйыласаҡ.   

Радий Хәбиров һәйкәлде ремонтлау хаҡында ҡарар уға еңел бирелмәүе хаҡында белдерҙе.

«Эмоциональ яҡтан бик ауыр булды, тәүҙә беҙҙе нисек кенә ғәйепләмәнеләр. Ысынлап та, бик ҡатмарлы тема, айырыуса башлаған саҡта шулай ине, — тине Радий Хәбиров. — Әммә беҙ башламаһаҡ, беҙҙең өсөн тәбиғәт үҙенекен эшләр ине, һәйкәл дә иҫкергәйне бит. Әҙер проект, партнерҙар, Рәсәйҙең Һынлы сәнғәт академияһы бар, улар профессиональ яҡтан ярҙам итә. Яйлап йәмәғәтселекте күндерҙек. Был мөһим эште аҙаҡҡаса атҡарып сығасаҡбыҙ».

Радий Хәбиров тағы ла һәйкәлде реставрациялауҙы Күҙәтеү советы контролләүе хаҡында белдерҙе. Әйткәндәй, Салауат Юлаев монументы ғына ремонтланып ҡалмай, уның эргә-тирәһе лә төҙөкләндереләсәк.

Тура эфир тексты «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында ҡарарға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-11-11/na-pryamoy-linii-s-glavoy-bashkirii-pokazali-rekonstruktsiyu-pamyatnika-salavatu-4462203

Валерий ШаховВалерий Шахов
Фото: Валерий Шахов
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика