

Дамир Ильгамович исеме менән билдәле блогер Дамир Вәхитов республикалағы предприятиеларҙа эш хаҡы кимәленә ҡағылышлы мөрәжәғәт яҙҙҙырған.
«Команда менән иҡтисадтың реаль секторында эшсе көстәр етешмәүен һуңғы йыл ярым-ике йыл өйрәнәбеҙ. Мин шуны белдем: Башҡортостан — вахта буйынса эшләгән ирҙәр һаны буйынса алдынғы урындарҙа. Республикала юғары эш хаҡтары тураһында йыш әйтәһегеҙ, шуға күрә ошондай һорау. Төбәктәге ниндәй предприятиелар яҡташтарыбыҙҙы яҡшы эш хаҡтары менән тәьмин итә ала?» – ти Дамир Вәхитов.
Модель, йырсы, һәм «Тауыш» Бөтә Рәсәй конкурсы ҡатнашыусыһы Динә Ғарифуллина төбәк Башлығына гүзәллек конкурстарын яңынан үткәрергә тәҡдим итте.
«Беҙҙә ҙур милли гүзәллек конкурстары үтә торғайны, хәҙер улар ойошторолмай. Халҡыбыҙҙың матурлығын, һәләттәрен күрһәткән ошондай конкурстарҙы тергеҙеү кәрәкме, нисек уйлайһығыҙ?» — тип һораны Динә Ғарифуллина.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы менән «Тура бәйләнеш» шишәмбе, 11 ноябрҙә, киске сәғәт 7-лә була. Ул барлыҡ республика каналдарында тура эфирҙа күрһәтеләсәк. һорауҙы махсус бот аша бөтә төп социаль селтәрҙәрҙә һәм ҡушымталарында бирә алаһығыҙ; адрестарҙың тулы исемлеге ошо һылтанма буйынса бирелгән. Видеоһорауҙар 2025 йылдың 10 ноябрендә киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә, бөтә һорауҙарға ла, хатта тура эфирҙа бирелмәгәндәренә лә яуап ҡайтарыласаҡ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.