13:22 (UTC+5), 06 Ноября 2025

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен һүтеү тамамланды

Фото: «Салауат Юлаев реставрация» телеграм-каналы
Ләйлә Аралбаева

Бөгөн һәйкәлдең һуңғы элементы — аттың аҫҡы өлөшө постаменттан алынды. Был хаҡта БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының «Салауат Юлаев һәйкәле» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау (реставрациялау) мәсьәләләре буйынса күҙәтеү советы хәбәр итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәлде һүтеү уны ҡороуҙың кире тәртибендә башҡарылды. Эште башлар алдынан белгестәр һәйкәлде лә, нигеҙен дә ентекле тикшерҙе. Деталдәрҙе хәүефһеҙ күсереү өсөн махсус техника ҡулландылар. 

Артабан һәйкәлдең өлөштәрен Өфөләге махсуслаштырылған оҫтаханаға ташыясаҡтар һәм оҙаҡламай реставрацияның төп этабы башланасаҡ.

Реставрацияның төп маҡсаты – һәйкәлдең элекке тарихи йөҙөн ҡайтарыу һәм уны һаҡлау. Бөтә эштәр мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауҙы гарантиялаған федераль закон нигеҙендә башҡарыла. Реставрациянан һуң скульптура ла, постамент та тәүге ҡиәфәтенә ҡайтасаҡ.

Реставрация эштәре 2027 йылда тамамлана, ә һәйкәл урынына үҙенең 60 йыллыҡ юбилейы алдынан кире ҡуйыласаҡ.

Эштәр Рәсәй сәнғәт академияһы етәкселегендә башҡарыла. Реставрация барышын БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы,  Ростехнадзорҙың Көнбайыш-Урал идаралығы, Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау мәсьәләләре буйынса күҙәтеү советы күҙәтә.

Быға тиклем «Башинформ» Салауат Юлаев һәйкәлен һүтеүҙең һуңғы этабы башланыуы хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-11-06/v-ufe-zavershilsya-demontazh-pamyatnika-salavatu-yulaevu-4455944

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика