Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн кис һәм иртәгә көн аяҙлы-болотло буласаҡ, ямғыр, көнсығыш райондарҙа ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан, тиҙлеге секундына 12 метрға етә, айырым урындарҙа 20 метрға тиклем көсәйәсәк. Һауа температураһы төндә -1°С-тан +4°С-ҡа тиклем, көндөҙ +2°С-тан +7°С-ҡа буласаҡ.
Республиканың көньяғында төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында көслө яуым-төшөм арҡаһында 1-2 километрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе ихтимал, төндә һәм иртән боҙлауыҡ, томан көтөлә.
Бынан алда Башҡортостанда ғәҙәти булмаған ҡыҙылтүштәрҙе күргәндәр.