
Бөгөн Башҡортостанда көн дауамында бер нисә тапҡыр пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр.
«Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде. Урамда асыҡ урындан китергә, йорттарҙа тәҙрәләргә яҡын килмәҫкә кәңәш ителә», — тип хәбәр итә дәүләт комитеты начальнигы Кирилл Первов.
Быға тиклем БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында «112 — Ашығыс ярҙам» ҡушымтаһы хаҡында яҙғайнылар. Уны телефонға ҡуйырға кәңәш ителә.
«112» ҡушымтаһын ҡулланып, ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итергә һәм ваҡиға урынына медиктарҙы, янғын һүндереүселәрҙе, полицияны һәм башҡа ашығыс ярҙам хеҙмәттәрҙе саҡырырға мөмкин. Шулай уҡ ҡушымта телефонға хәүефле һауа шарттары һәм пилотһыҙ хәүеф режимы индерелеүе, шулай уҡ уның ғәмәлдән сығарылыуы тураһында хәбәрҙәр ебәрә.