

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының элекке рәйесе Нәилә Ғәлеева арабыҙҙан китте. Уға 69 йәш ине
Нәилә Миңнулла ҡыҙы 1956 йылдың 14 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт юлын 1976 йылда Бөрө балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы булып башлай.
2010-2014 йылдарҙа Башҡортостандың Мировой судьяларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡ акттары регистрын алып барыу буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара.
2014-2016 йылдарҙа Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡара.
2011 йылда Нәилә Миңнулла ҡыҙы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Ул юридик йәмәғәтселеккә Башҡортостанда мировой судъялар эшен ойоштороуға ҙур өлөш индергән юғары квалификациялы юрист булараҡ яҡшы таныш. Наилә Миңнулла ҡыҙы республика ҡануниәтен үҫтереүгә лә тос өлөш индерә. Тәжрибәһе, белеме, тәүәккәллеге, юғары әхлаҡи-этик принциптары арҡаһында ул коллегалары һәм бөтә суд корпусы алдында лайыҡлы абруйға һәм хөрмәткә эйә була.
«Наилә Миңнулла ҡыҙы талантлы етәксе, хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ярҙамсыл булды. Был ауыр көндә беҙ уның ғаиләһенең һәм дуҫтарының, Наилә Миңнулла ҡыҙын белгән һәм яратҡан барлыҡ кешеләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тиелә дәүләт комитетының мәғлүмәтендә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.