5 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Территория 3000» бизнес-паркында урынлашҡан «Кешеләр» коворкинг киңлегендә экскурсияла булды. Был архитектур һәм концептуаль яҡтан үҙенсәлекле заманса эшлекле үҙәк булып тора.
Ул офисты, мәҙәниәт үҙәген һәм йәмәғәт киңлеген берләштерә. Коворкинг-киңлек буйлап экскурсия барышында бизнес-паркҡа нигеҙ һалыусы Әҙил Юлдашев уның 2024 йылда асылыуы хаҡында һөйләне. Коворкингтың дөйөм майҙаны – 2500 квадрат метр. Республика Башлығы коворкинг-киңлектә, амфитеатрҙа, китапханала булдырылған проекттарҙы ҡараны. Китапхана коллекцияһы баш ҡала халҡы бүләк иткән китаптар менән тулылана. Радий Хәбиров коворкинг киңлегенә үҙенең шәхси китапханаһынан бер нисә китап бүләк итәсәген белдерҙе.
«Кешеләр» — эш өсөн ҡуртымға өҫтәл, ултырғыс алыу урыны ғына түгел. Беҙ бында уҡытыуға ҙур баҫым яһайбыҙ. Бизнес ҡына түгел, ә сәнғәт, әҙәбиәт, кино һәм психология буйынса курстар үткәрәбеҙ. Беҙ кешеләргә үҫешеү майҙаны булдырҙыҡ. Беҙҙең коворкинг-киңлектә эшләп кенә түгел, оҫталығыңды ла арттыра алаһың. Бында лекция залдары, йәмәғәтселек, белем биреү курстары булдырҙыҡ, улар барыһы ла резиденттар өсөн бушлай», — тип билдәләне Әҙил Юлдашев.
Шулай уҡ үҙәктә 13 шәхси офис, 100-ҙән ашыу эш урыны, дүрт йыйылыш залы, 80-90 кешегә иҫәпләнгән конференц-зал, амфитеатр, ял итеү һәм уйын залдары, ҡәһүәхана урынлашҡан.
2024 йылда коворкинг проекты Best Office Awards «Илдәге иң яҡшы хеҙмәтләндереүҙең офисы һәм коворкинг киңлеге» конкурсында «Иң яҡшы офис» премияһын яулай һәм архитектур һәм мәҙәни әһәмиәте буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 100 проекты иҫәбенә инә.