

Стәрлебаш районы һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, почетлы граждан Зөфәр Ғәлиев менән хушлашты. Ул 98-се йәшендә вафат булды.
Зөфәр Шәрип улы Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, 258-се дивизияның 991-се уҡсылар полкының 6-сы ротаһында отряд командиры була. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, совет-япон һуғышында һуғыш юлын дауам итә, Көньяҡ Кореяға барып етә. Ватан һуғышы ордены һәм «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Тыныс тормошта Зөфәр Шәрип улы тыуған ауылы Баҡыйҙа «Правда» ауыл хужалығы кооперативында умартасы булып эшләй, комсомол ойошмаһы секретары вазифаһын башҡара. Тормош иптәше Зөһрә Ғәзулла ҡыҙы менән дүрт бала үҫтергәндәр. Урындағы халыҡ, ветеран һәр саҡ тырыш хеҙмәт һәм әүҙем гражданлыҡ өлгөһө булып ҡалды, тип белдерә.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов әйтеүенсә, Стәрлебаш районында иҫән фронтовиктар хәҙер инде юҡ, Зөфәр Ғәфиев Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларының һуңғы шаһиты була.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.