

Башҡортостанда республикала яңы йыл сараларына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө. Република Башлығы ҡул ҡуйған документ «Башинформ» редакцияһында бар.
Республика яңы йыл шыршыһы 2025 йылдың 25 декабрендә үткәрелә. Уны ойоштороу эше өсөн Башҡортостандың мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары яуаплы. Райондарҙан һәм ҡалаларҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, хәрби һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, яҡшы уҡыусылар, предмет олимпиадалары һәм спорт ярыштары еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙәге балалар, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид балалар, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар саҡырыла.
Республика шыршыһында ҡатнашыусыларға яңы йыл тамашаһы күрһәтелә һәм яңы йыл бүләктәре тапшырыла. Бынан тыш, улар өс көн ял итә.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Яңы 2026 йылға арналған баҫма продукция һәм символика әҙерләй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығына янғынға ҡаршы саралар үткәреү, йәлеп ителгән объекттарҙа дежурлыҡ ойоштороу йөкмәтелгән. Республиканың көс ведомстволары күмәк яңы йыл саралары үткәрелгән урындарҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлай.
Республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округатыр хакимиәттәре, профосоюз һәм йәмәғәт ойошмалары мәғариф һәм мәҙәниәт ойошмаларында, тораҡ пункттарҙағы майҙандарҙа яңы йыл байрамдарын ойошторорға тейеш.
Документҡа ярашлы, муниципалитеттар үҙ һәм йәлеп ителгән аҡса иҫәбенә республикабыҙҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, инвалид балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре, шулай уҡ Курск һәм Белгород өлкәләре, Сүриә Ғәрәп Республикаһы биләмәһен ҡалдыры китергә мәжбүр булған граждандарҙың балалары өсөн яңы йыл байрамдарын үткәреүҙе һәм бүләктәр тапшырыуҙы тәьмин итергә бурыслы.
Тораҡ пункттарҙағы майҙандарҙа Яңы 2026 йылды билдәләүгә арналған мәҙәни саралар үткәрергә, яңы йыл сараларында йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы тәьмин итергә, йорт-интернаттарҙа йәшәгән граждандарҙы ҡотларға тәҡдим ителде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.