Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.89
0
93.38
0
64.73
-0.16
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь , 17:38

Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы
Фото:Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы

31 октябрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында 4 ноябрҙә билдәләнәсәк Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы.

«Бөгөн Башҡортостан халыҡтары, йөҙҙәрсә йыл элек ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, йәнә Ватаныбыҙҙы һаҡлай. Хәҙер махсус хәрби операция барышында. Алыҫ 1812 йылда, башҡорт полктары Наполеон һөжүменә ҡаршы батырҙарса һуғышҡан кеүек. Беренсе донъя һуғышы осорондағы кеүек, ул саҡта беҙҙең төбәк фронтҡа ярты миллионға яҡын ул һәм ҡыҙ биргән. Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышына 700 меңдән ашыу кеше киткән. Бөтә совет халҡы менән бергә Бөйөк Еңеү яулаған яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары мәңгелеккә Тыуған илдең героик йылъяҙмаһына индерелгән. Тарих күп тапҡырҙар илебеҙ халыҡтарының һынау сәғәттәрендә тағы ла нығыраҡ берләшеүен раҫлай. Дошман нисек кенә аяуһыҙ булып күренмәһен, барыбер ҙә еңеп сығалар»,  – тине Радий Хәбиров.

Бөгөн Башҡортостандан меңәрләгән ир-егет Донбасста илебеҙҙе яҡлай, тип билдәләне республика етәксеһе.

Ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, Башҡортостан ышаныслы рәүештә алға бара, тип билдәләне Радий Хәбиров. Сәнәғәт үҫешә, мөһим инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Кешеләрҙең социаль хәле яҡшыра. Төбәк Ватандың оборона ҡалҡанын нығытыуға тос өлөш индерә.

Башҡортостан етәксеһе төбәк халҡына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. «Үҙ хеҙмәте менән улар дөйөм Еңеүҙе яҡынайтыуға әһәмиәтле өлөш индерә», тип билдәләне ул.

«Минең өсөн һеҙ барығыҙ ҙа – ысын геройҙар. Берегеҙ ҙә ҡалтыранып торманы. Бер кем дә паникаға бирелмәне һәм ҡасып китмәне. Ил, йәмғиәт бирешмәне. Беҙ берләштек һәм Ватаныбыҙҙы тағы ла көслөрәк иттек. Һәр ваҡыт шулай буласаҡ!

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! 

Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем!

Байрам менән», - тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе.

Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-31/radiy-habirov-pozdravil-zhiteley-bashkirii-s-dnem-narodnogo-edinstva-4449619

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: