
Шаран районының суд приставтары бәлиғ булмаған баланы ҡарау өсөн аҡса түләмәгән Виктор Д.-ны эҙләй. Уның алимент буйынса 100 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған. Виктор Татарстанда ҡасып йөрөй, рәсми булмаған эшкә урынлашҡан, эш урынын йәшерә, тигән мәғлүмәт бар. Ирҙе эҙләү башланған.
Уның ҡайҙалығын белгәндәрҙән 8-987-613-22-24, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.