Ишембай районының «Торатау» геопаркында дуҫлыҡ Аллеяһы барлыҡҡа килде. Экологик акция Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың туризм министрлығынан.
Геопарк хеҙмәткәрҙәре «Йәшел Башҡортостан» ойошмаһы вәкилдәре менән бергә Торатау итәгендә 100-гә яҡын шыршы һәм ҡарағай ултыртты.
— Геопарк — территорияның индустриаль булмаған үҫеш формаһы. Беҙ үҙебеҙгә килеп еткән мираҫты һаҡлап ҡына ҡалмайбыҙ, төрлө ысулдар менән экологияға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ, — тип билдәләне «Торатау» геопаркының генераль директоры Заһир Хәҙимуллин.⠀