Өфө мэры Ратмир Мәүлиев яңы йылға әҙерлектең башланыуы тураһында белдерҙе. Ул баш ҡалалағы дөйөм кәйефтең административ ресурстың был эшкә нисек йәлеп ителеүенә бәйле булыуын билдәләне.
— Коммуналь блок әҙерләнә. Һеҙҙең бурыс — эшҡыуарҙар менән эшләү, һәр бинаның шыршыһы һәм байрамдың башҡа элементтары булһын, — тип мөрәжәғәт итте ул район башлыҡтарына.
Ратмир Мәүлиев предприятие башлыҡтарынан дөйөм кәйеф булдырыуҙарын һәм эргә-тирәләге биләмәләрҙе яңы йыл тематикаһына ярашлы биҙәүҙәрен һораны. Әйткәндәй, киләһе йылдың хужаһы – Йылҡы.