
Бөрө районының Бахтыбай ауылы урамдарында спорт тренажерҙары ҡуйыла башланы. Хәҙер урындағы халыҡтың спорт менән шөғөлләнеү һәм һаулығын нығытыу мөмкинлеге бар. Спорт майҙансығы 2025 йылда Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде, тип билдәләнеләр район хакимиәтендә.
«Ауылыбыҙҙы тағы ла күркәмерәк итеү һәм халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн яңы проекттар өҫтөндә эште дауам итәбеҙ», – тип хәбәр итәләр мэриянан Бахтыбай ауыл советы башлығы Роберт Байрамовтың һүҙҙәренә таянып.