Срочниктарҙы йыл әйләнәһенә хәрби хеҙмәткә саҡыра башлайҙар. Дәүләт Думаһы депутаттары «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында» һәм «Альтернатив граждан хеҙмәте тураһында» закондарға тейешле төҙәтмәләрҙе өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.
2026 йылдың башынан запаста булмаған граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклем дауам итәсәк (әле йылына ике тапҡыр — 1 апрелдән 15 июлгә һәм 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем).
Хәрби хеҙмәт үтеү урындарына йылына ике тапҡыр – 1 апрелдән 15 июлгә һәм 1 октябрҙән 31 декабргә ҡәҙәр оҙаталар. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт итеү урындарына башҡа ваҡытта ебәрергә тейешле граждандар исемлеге ҡарала.
Үҙгәреш авторҙары, Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесе Андрей Картаполов һәм уның беренсе урынбаҫары Андрей Красов фекеренсә, яңы сроктар хәрби комиссариаттарға йөкләмәне бер тигеҙ бүлергә мөмкинлек бирәсәк.
Бынан тыш, яңы закон буйынса Повесткалар реестрында урынлаштырылған повестка буйынса йыйылыу пунктына 30 көндән һуңға ҡалмайынса килеп етергә кәрәк.
Закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң үҙ көсөнә инә, тип хәбәр итә Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.