Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2025, 17:16

Өфөнән Дубайға рейстар арттырыла

Валерий Шахов / «Башинформ» агентлығы архивы
Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» агентлығы архивы

«Өфө» аэропорты 1 ноябрҙән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә осоштар программаһын киңәйтә. Utair авиакомпанияһы Дубайға яңы даими рейс аса. Осоштар шәмбе көндәрендә Boeing 737-800 лайнерҙарында башҡарыла.

Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡалабыҙҙан – иртәнге 10 тула 10 минутта, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән көндөҙгө 3 тула 10 минутта осорға мөмкин. Юлға 5 сәғәт ваҡыт китә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Fly Dubai авиакомпанияһының йәнә Дубайға рейстары башланыуы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-28/reysov-iz-ufy-v-dubay-stanet-bolshe-4444487

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас