Һуңғы 4 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһына 49 круиз судноһы килгән, улар 5,5 мең туристы ташыған. Был хаҡта Өфө мэрияһындағы оператив кәңәшмәлә ҡаланың йылға аша сығыу хеҙмәте директоры Нина Федорова һөйләне.
2025 йылда 16 теплоход ҡабул иткәндәр, был иһә рекордлы күрһәткес булып тора, тип билдәләне ул.
«Быйыл Өфөгә үҙәк Рәсәйҙән 2 меңгә яҡын турист килде», — тине спикер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә «Виссарион Белинский», «Александр Бенуа», «Россия», «Н. А. Некрасов», «Александр Пушкин» һәм башҡа теплоходтар «ҡунаҡта булды».