

Башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм филолог Фирҙәүсә Хәзипова миллион һум отҡан. Был хаҡта Бөтә Рәсәй дәүләт лотереяларын таратыусы компанияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Еңеүсе һүҙҙәренсә, ул бер көндә төрлө урындарҙа 13 билет һатып алған, был уның яратҡан һаны. Уларҙың береһе отошло булған.
«Мин билеттарҙы һул ҡулым менән һайлап алдым һәм мөғжизәгә ышандым. Мин ырымдарға ышанам, мин күрәҙәсе төштәр күрәм, мәҫәлән, әҙәби премия алыр алдынан шулай булды, — тип уртаҡлашты еңеүсе. — Отошто ҡараған саҡта билеттарымдағы һандарҙы билдәләп өлгөрмәй һәм отмаҫмындыр тип уйлай башланым. Ҡапыл ҡасандыр бер сауҙа үҙәгендә магазин лотереяһында еңеү яулауым иҫемә төштө. Был иһә еңеүгә ышаныс бирҙе. Аҙаҡтан инде аҡса отҡанымды белдем».
Приз аҡсаһын Фирҙәүес Наил ҡыҙы Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеүгә тотонған. Күпмелер өлөшөнә үҙенең китабын нәшер иткән, шулай уҡ гардеробын яңыртҡан.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.