
Нефтекаманан Ильмира Алиева кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында Queen of Asia-2025 конкурсында Гран-при яуланы, тип хәбәр итте Luna Models моделдәр агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.
Был конкурс, шулай уҡ Miss Asia Awards, Mister Asia Awards Шанхайҙа Азия мәҙәниәте фестивале сиктәрендә уҙҙы.
Өфөнән Ангелина Зиннәтуллина – «1-се вице-Miss Asia Awards – 2025», Тимур Яппаров «2-се вице-Mister Asia Awards-2025» исеменә лайыҡ булды.