


Республика етәксеһе Радий Хәбиров артист менән осрашты, ижады, һөнәри оҫталығы һәм тамашасыларға иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Музыкантҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Егор Кридҡа иҫтәлек өсөн башҡорт бүреген дә бүләк иттеләр.
«Был бүрек уға Башҡортостаныбыҙ — йәш таланттарһы һәр саҡ ихлас ҡаршы алған республика хаҡында иҫкә төшөрөп торор тип ышанам», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында һәм Крид баш ҡалабыҙға йышыраҡ килер тигән ышаныс белдерҙе.
Республиканың баш ҡалаһы минең өсөн бик мөһим әһәмиәткә эйә, тип билдәләне музыкант.
«Өфө ныҡ үҙгәргән һәм йылдам үҫешә. Бала саҡтан бында киләм, бында минең туғандарым йәшәй. Һәр ваҡыт республиканың яҡшырғандан-яҡшырыуын күрәм», — тине Егор Крид.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.