Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
09:05 (UTC+5), 21 Октября 2025

Ирәмәлдә юғалған туристы эҙләү буйынса оперштаб ойошторолдо

Фото: https://vk.com/lizaalert_bashkortostan
Гөлфиә Акулова

Силәбе өлкәһенән турист ҡатын-ҡыҙ 18 октябрҙә Оло Ирәмәлдә хәбәрһеҙ юғалған.

Әле Оло Ирәмәл тауы янында уны эҙләү эштәре бара, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Республика һәм Силәбе өлкәһе ҡотҡарыусылары, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының пилотһыҙ осоу системалары, квадроциклдар һәм кинология хеҙмәте йәлеп ителгән.

«Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә оператив штаб булдырылған. Эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары, полиция һәм ирекмәндәр Тығын йылғаһы буйындағы 22 километр урман һуҡмаҡтарын тикшереп сыҡҡан. Полинаны эҙләүгә йәмғеһе 56 кеше һәм 18 берәмек техника йәлеп ителгән.

Билдәле булыуынса, 43 йәшлек Полина Захарова тауға менгәндә төркөмдән айырылып киткән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-20/na-iremele-sozdali-opershtab-po-poisku-zhenschiny-propavshey-v-gorah-bashkirii-4434531

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика