Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-14 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2025, 16:23

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Был турала республика хөкүмәтенең бойороғо баҫылып сыҡты.

2025 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттарының исемдәре билдәле булды.

Бына улар:

«Салауат ерендә» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Шамил Әхмәтшин – Салауат районының билдәле кешеләре тураһында очерктар һәм мәҡәләләр серияһы өсөн.

«Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков — «Бельские просторы» журналында баҫылған «Өфө — Донбасс: беҙгә был юлдарҙы оноторға ярамай» юлъяҙмалары өсөн.

«Юлдаш» радиоканалы коллективы (Гүзәл Зарипова, Гүзәл Ситдиҡова, Илнар Әхмәтгәрәев) — «Күперҙәр» ижтимағи-сәйәси проекты өсөн.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурсҡа журналистарҙың замандаштарыбыҙҙың образдары, милли мәҙәниәттәр байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы темаһы, йәмғиәттәге тыныслыҡ һәм татыулыҡ, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре сағылдырылған материалдары ҡабул ителде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-21/v-bashkirii-nazvali-laureatov-premii-imeni-shagita-hudayberdina-4435365

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас