Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2025, 17:44

Башҡортостан Башлығы Республика менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Республика көнө менән ҡотланы. Ул Башҡортостанда донъяға килеүе, үҫеүе, йәшәүе һәм эшләүе менән бәхетле булыуын белдерҙе. 

«Беҙҙең Башҡортостан — ул күп быуатлыҡ тарих, үҙенсәлекле мәҙәниәт, уникаль тәбиғәт. Был көслө сәнәғәт һәм ауыл хужалығы. Фән һәм инновациялар. Даими алға барыу һәм күберәккә ынтылыу. Әммә иң ҙур хазинабыҙ — ул бында йәшәгән халыҡ. Ҡыйыу геройҙар, ябай эшселәр, талантлы рәссамдар, шағирҙар, артистар, спортсылар, ғалимдар. Барлыҡ республика халҡына — уңыштар, һаулыҡ, бәхет, муллыҡ! Республика көнө менән, ҡәҙерле дуҫтар! Тыуған көнөң менән, ҡәҙерле Башҡортостаным!» — тиелә республика Башлығының ҡотлауында.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас