06:11 (UTC+5), 03 Октября 2025

Урал Килсенбаев яҡынлашып килгән Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы

Бөгөн үк республика ҡалаларында һәм райондарында байрам саралары ойошторола.

Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев республика педагогтарын яҡынлашып килгән Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы һәм үҙенең остаздары хаҡында һөйләне.

«Тиҙҙән илебеҙ күркәм байрам — Уҡытыусылар көнөн билдәләй! Һәр кемдең шәхес булараҡ формалашыуына йоғонто яһаған, тормошта йүнәлеш биргән уҡытыусылары бар.

Минең ошондай уҡытыусыларым өсәү, һәр береһе тормошомдоң төрлө этаптарында үҙ өлөшөн индерҙе. Тәүге уҡытыусым – педагогик хеҙмәт ветераны, «Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы» Ирек Рәхмәт улы Ишмәтов. 3-сө Республика башҡорт гимназия-интернатында – «Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы» Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында иһә профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әсфәндийәров Әнүәр Закир улы.

Байрам менән, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ! Киләсәккә өлөш индереүегеҙ, белем менән бергә йәш быуынға әхлаҡи идеалдарығыҙҙы һәм күңел йылыһын биреүегеҙ өсөн рәхмәт», – тигән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе ул.  

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-03/ural-kilsenbaev-pozdravil-pedagogov-bashkirii-s-priblizhayuschimsya-dnem-uchitelya-4412609

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика