Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
14+ °C
Дождь
Йәмғиәт
3 Октября 2025, 10:35

Радий Хәбиров республиканың БПЛА-ға ҡаршы тороу буйынса оператив штабы ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы террорҙан әүҙем һаҡланыу сараларының көсәйеүен билдәләне.

Олег ЯровиковОлег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Бөгөн, 3 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Көс структуралары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре нефть эшкәртеү объекттарын БПЛА һөжүмдәренән һаҡлау буйынса өҫтәмә сараларҙы тикшерҙе.

— Яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары етәкселәре менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Террорҙан әүҙем һаҡланыу сараларын артабан көсәйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә самолет тибындағы пилотһыҙ осоусы аппараттар Өфө һәм Салауат предприятиеларына һөжүм итте. Ҡорбандар юҡ, предприятиелар штат режимында эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-03/radiy-habirov-provyol-zasedanie-opershtaba-bashkirii-po-protivodeystviyu-bpla-4413428

Читайте нас