09:39 (UTC+5), 03 Октября 2025

Өфөлә макулатура тапшырған өсөн музейға билет алырға мөмкин

Башҡортостанда «БумБатл» Бөтә Рәсәй акцияһы барышында макулатура йыйыу башлана.

Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
Инсаф Хужабиргәнов

Йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өфөләр 10 килограмм макулатура тапшырып, Башҡортостандың милли музейына ике кешелек билет алырға мөмкин. Был акция Бөтә донъя икенсел эшкәртеү көнөнә – 15 ноябргә тиклем бара.

Макулатура тапшырыуҙан йыйылған аҡса «Эколог» экология-биология үҙәгендәге хайуандар өсөн аҙыҡ һатыу алыуға тотонола. «БумБатл» акцияһы «Экологик именлек» милли проекты буйынса ойошторола.  

Бынан алдараҡ Башҡортостан халҡы «БумБатл» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-03/ufimtsy-smogut-poluchit-bilet-v-muzey-za-sdachu-makulatury-4413147

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика