Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Искәндәроваға бюст асылды. Был хаҡта муниципалитет башлығы Марс Кашапов хәбәр итте.
«Хәнифә Сиражи ҡыҙы районыбыҙ тарихында ҙур эҙ ҡалдырҙы. Ул балалар өсөн аҡыллы остаз һәм коллегалары өсөн өлгө булды. Бюсты асыу Хәнифә Искәндәрованың ҡаҙаныштарын таныуҙы символлаштыра, быуындар күсәгилешлегенең һәм тарихты һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләй», — тип яҙҙы Кашапов үҙенең телеграм-каналында.
Хәнифә Искәндәрова бар ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлай. Ул СССР Юғары Советының һигеҙенсе һәм туғыҙынсы саҡырылыш депутаты була, өс тапҡыр Совет ҡатын-ҡыҙҙары комитетына һайлана. 1968 йылда уға балаларҙы уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Хәнифә Искәндәрова 2020 йылдың 4 сентябрендә 93-сө йәшендә арабыҙҙан китте.