Байрам көнөндә күптән көтөлгән объектты асыу тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аркалы күперҙе реконструкциялау 2022 йылдың мартында башланды, тип яҙғайны «Башинформ».
Шулай уҡ республика етәксеһе тиҙҙән икенсе мөһим социаль объектта эштәрҙең тамамланыуы тураһында белдерҙе. Бер нисә айҙан Кузнецов затонында Волга буйы федераль округындағы 2200 урынлыҡ иң ҙур мәктәп файҙаланыуға тапшырыла.
Пугачев урамын төҙөкләндереү бара, эштәрҙең бер өлөшө тамамланған, тип өҫтәне Радий Хәбиров. Пугачев урамында (Дуҫлыҡ монументынан Геофизиктар урамына тиклемге участкала) дүрт һыҙат буйынса хәрәкәтте йыл аҙағына тиклем асыу планлаштырыла, тип хәбәр иткәйне агентлыҡ.
«Ғөмүмән, республикала барыһы ла эшләй. Һалҡын көндәр башлана, сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ», — тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.