

Өфөлә Оло йәштәгеләр көнөн «Мин яратам һине, тормош!» фестиваленең ҙур гала-концерты менән билдәләнеләр. Бында 55-90 йәшлек иң һәләтле яҡташтарыбыҙ йыйылды. Үҙешмәкәр коллективтар, хорҙар, вокаль ансамблдәр, фольклор һәм бейеү төркөмдәре, оркестрҙар, халыҡ театрҙары һәм яңғыҙ башҡарыусылар еңеүсе исеменә дәғүә итте.
Зональ этаптар барышында фестивалдә ҡатнашыусылар тамашасыларға дүрт йөҙгә яҡын эш күрһәтте. Жюри башҡарыусыларҙың юғары әҙерлек кимәлен һәм фиҙакәр хеҙмәтен баһаланы. Еңеүселәр араһында – ике коллектив: Белорет районынан рус йыры хоры һәм Дәүләкәндән тынлы оркестр. Балтас коллективына иң яҡшы костюмдар һәм Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналған концерт темаһы өсөн айырым бүләк тапшырылды.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова сәләмләне. «Мин яратам һине, тормош!» фестивале кешеләрҙе яҡынайта, үҙ һәләттәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә, тип билдәләне ул.
Концерт ваҡытында тамашасыларҙы биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары үҙҙәренең эштәре менән хайран ҡалдырҙы. Ғабдулла Әхмәтшинға һәм Светлана Ғизәтуллинаға махсус бүләктәр тапшырылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.