Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
7+ °C
Облачно
Йәмғиәт
29 Сентября 2025, 10:40

Башҡортостанда бөтә муниципалитеттар йылытыу миҙгелен башларға тейеш

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

1 октябргә барлыҡ муниципалитеттарҙа ла йылытыу миҙгеле башлана, тип хәбәр итте хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова

«Тыштағы һауа температураһын иҫәпкә алып, объекттарға йылы биреүҙе 1 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса тамамларға кәрәк», – тине ул.

29 сентябргә 50 район һәм ҡалала йылытыу миҙгеле старт алды. Ике меңдән ашыу социаль объект (дөйөм күләмдең 65%) һәм 6,7 меңдән ашыу күп фатирлы йорт (43%) йылытыла.

«Муниципалитет үҙе ҡарар ҡабул итергә тейеш. Шулай ҙа мин йылы бирә башларға кәрәк тип иҫәпләйем. Төндә температура түбәнәйә», – тине республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә йылытыу миҙгеле 25 сентябрҙә башланды, тип яҙғайны «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-29/v-bashkirii-vse-munitsipalitety-dolzhny-nachat-otopitelnyy-sezon-4406220

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас