Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2025, 17:27

Куйбышев тимер юлы начальнигы Башҡортостан Башлығына тармаҡҡа ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте

Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев Радий Хәбировтың тимер юл туризмы тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеүен билдәләне.

Азат Мөхәмәтйәнов
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов

Өфө һәм Башҡортостан «Вектор//Сәйәхәттәр 2025» тимер юл туристик конференцияһын үткәреү урыны итеп осраҡлы һайланмаған. Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев билдәләүенсә, республика илдең милли туристик рейтингы лидерҙары төркөмөнә инде.

«Башҡортостан – йыл әйләнәһенә туризм урыны, хозур ерҙәр буйлап йөрөүҙән тауға артылыуға тиклем. Үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы бик бай, иҫ киткес тәбиғәт, аҙ өйрәнелгән маршруттар күп», — тине Вячеслав Дмитриев.

Уның һүҙҙәренсә, Куйбышев тимер юлында туристар һаны былтырғыға ҡарағанда һикһән алты процентҡа артҡан.

«Беҙ «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә эшләйбеҙ. Беҙҙә бренд йүнәлештәр бар. Жигулев ял көндәре, «Грушин экспресы», Башҡортостанда иһә Өфө — Айғыр, Белорет, унда беҙ егерме дүрт процентҡа артыуын күрәбеҙ. Беҙ барлыҡ туристик йүнәлештәрҙә лә рекорд ҡуябыҙ», — тип билдәләне Куйбышев тимер юлы начальнигы.

Пассажирҙар комплексын үҫтереү, юғары кимәлдәге сервисты тәьмин итеү – беҙҙең өсөн бик мөһим, тип билдәләне ул.

2025 йылдың һигеҙ айында Башҡортостан буйынса оҙатылған пассажирҙар һаны 4,2 миллион кеше тәшкил иткән. Был Өфө, Ҡазан, Һамар һәм Һарытау халҡы кеүек. Был күрһәткес һуңғы 11 йылдағы пассажирҙар ташыу һөҙөмтәләренән юғарыраҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-26/nachalnik-kbshzhd-poblagodaril-glavu-bashkirii-za-podderzhku-v-otrasli-4403981

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас