10:47 (UTC+5), 26 Сентября 2025

Башҡортостанда Шаран – Төмәнәк юлын ремонтлайҙар

Йыл аҙағында Туймазы районындағы 4 саҡрымлыҡ участка файҙаланыуға тапшырыла.

Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы
Элина Әхмәтова

Туймазы районында Шаран — Төмәнәк юлының 4 саҡрымында төҙөкләндереү эштәре тамамлана. Дүрмән һәм Төмәнәк ауылдары араһындағы участкала тигеҙләү ҡатламы, асфальт-бетон һалынған, һыу үткәргес торба ремонтланған. Яҡын арала подрядсы юл ситтәрен нығытыуға һәм юл тамғаларын һыҙыуға тотона.

Башҡортостандың транспорт министрлығында билдәләүҙәренсә, Шаран — Төмәнәк юлы 21 меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылдар аша үтә. Шаран һәм Туймазы райондары халҡы был юлдан Туймазы, М-5 «Урал» федераль трассаһы яғына йөрөй.

Ремонт «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә финансланған. 115,87 миллион һумлыҡ контрактты «Орион плюс» йәмғиәте алған.

Юлдың ошо участкаһындағы эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Быйыл милли проект сиктәрендә Башҡортостанда бөтәһе 1000 саҡрымдан ашыу юлды ремонтлайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2025-09-26/v-bashkirii-remontiruyut-dorogu-sharan-tyumenyak-4403694

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика