Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 26 сентябрҙә республикала төндә урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе, 0, -3° һалҡынайтыуы, шулай уҡ томан, 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә +1, +6°, көньяҡ-көнсығышта +11°, көндөҙ +8, +13°, көньяҡ-көнсығышта +18°.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана, ә ҡайһы бер райондарҙа температураның түбәнәйеүе ихтимал.