16:01 (UTC+5), 25 Сентябрь 2025

Әлшәйҙә 100 йәшлек инәй хужалыҡ эштәрен үҙе алып бара

Фото: Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужиндың телеграм-каналы
Ләйсән Закирова

Әлшәй районының Мәндән ауылында Фәниә Хисаметдин ҡыҙы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй.

Хакимиәт башлығы Наил Әбелғужин үҙенең телеграм-каналында яҙыуынса, йөҙйәшәр инәй, ниндәй генә һынауҙар кисереүенә ҡарамаҫтан, әле лә теремек, әүҙем тормош алып бара.

Фәниә Хисаметдин ҡыҙының үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Йәштән үк өлкәндәр менән иңгә-иң терәшеп колхозда эшләй. Һуңынан Үзбәкстанға эшкә сығып китә, шунда тормош иптәшен осрата, улдары тыуа. Иренең вафатынан һуң тыуған яҡтарына ҡайта.

Шул ваҡыттан алып тыуған ауылында йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яңғыҙы донъя көтә, хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнә.

«Фәниә апай яңғыҙы йәшәһә лә, үҙен яңғыҙ итеп тоймай: ихата тултырып сәскәләр үҫтерә, түтәлен дә утай. Ейәндәре яратҡан өләсәһен иғтибарһыҙ ҡалдырмай, килеп хәлен белешеп китә»,  –  тип яҙҙы Наил Әбелғужин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-25/v-bashkirii-100-letnyaya-zhitelnitsa-sela-sama-vedet-hozyaystvo-4401992

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика