Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2025, 11:48

Өфө аэропортында ваҡытлыса сикләү индерелде

Рейстарҙы ҡабул итеү һәм сығарыу туҡтатылды.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

«Өфө» аэропортында һауа судноларын ҡабул итеү һәм сығарыу ваҡытлыса тыйылды, тип хәбәр иттеләр баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтенән. Был сара осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк.

«Рейстар сикләү ғәмәлдән сығарылғандан һуң башҡарыла», – тиелә хәбәрҙә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Салауаттағы заводҡа БПЛА һөжүме тураһында хәбәр иткәйне. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-24/v-ufe-vveli-ogranicheniya-v-aeroportu-4400072

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас