11:49 (UTC+5), 23 Сентябрь 2025

Өфөлә йылытыу миҙгеле башлана

25 сентябрҙә Өфөлә йылытыу миҙгеле башлана. Тейешле ҡарарға баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған.

Фото: Ксения Калинина
Галина Бахшиева

Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе һәм йылылыҡ селтәре ойошмалары етәкселәренә ғаризаларға ярашлы ҡулланыусыларға йылы биреүҙе башлау бурысы йөкмәтелде. Биш көн дауамында уртаса тәүлек температураһы +8 градустан түбән булһа, йорттарға йылы бирелә.

«Йылылыҡ менән тәьмин итә башлау йорттарға йылы шунда уҡ килә тигәнде аңлатмай, сөнки йылытыу приборҙары йылынғансы өс тәүлек үтергә мөмкин», — тип билдәләнә мэрияның белдереүендә.

Өфөнөң Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең ситуация үҙәгенә 8 (347) 277-09-11 номеры буйынса тәүлек әйләнәһенә һәм ял көндәрендә лә шылтыратырға мөмкин.

Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың ҡыҙыу линияһы:

— Өфө инженер селтәрҙәре (МУП УИС): 8-800-250-52-80;

— «БашРТС»: 8-800-511-30-15.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-23/v-ufe-ob-yavili-o-nachale-otopitelnogo-sezona-4398927

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика