Һуңғы аҙнала республикала 30 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор инфекция йоҡторған, уларҙың 47,8% 14 йәшкә тиклемге балаларға тура килә, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзор идаралығынан. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда сирлеләр 47,4 % күберәк.
Республикаға грипҡа ҡаршы 505 540 доза вакцина килтерелгән. 17 сентябргә 464 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған. Күҙәтеү ведомствоһында иҫкәртеү саралары тураһында онотмаҫҡа һәм прививка яһатырға саҡыралар.