Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2025, 15:53

Саҡмағошта Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына 100 йәш тулды

Реканс Ямалеев/vk.com
Фото: Реканс Ямалеев/vk.com

Саҡмағош районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мират Лоҡманов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Хакимиәт башлығы Реканс Ямалеев бөгөн уны тыуған көнө менән ҡотланы.

Мират Хәнәфи улына тәүге тапҡыр Житомир янында алышырға тура килә. Һуңынан танк часына күсерелә, унда Великие Луки янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылда Умань ҡалаһын азат иткән саҡта яралана, дауаланғандан һуң хәрби базала хеҙмәтен дауам итә. Артабан уны совет-япон һуғышына ебәрәләр. 1946 йылда демобилизациялана. Фронттан ҡайтҡас, Киров исемендәге колхозда баш агроном булып эшләй.

Ветеран II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «1941-1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн» миҙалы, Жуков миҙалы менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-19/v-bashkirii-veteranu-velikoy-otechestvennoy-voyny-ispolnilos-100-let-4394831

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас