Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2025, 12:07

Радий Хәбиров Салауатта террорға ҡаршы комиссия ултырышын үткәрҙе

18 сентябрҙә «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы майҙансығында республиканың террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штаб ҡатнашыусылары предприятиеға террористик һөжүм мәсьәләләрен тикшерҙе.

https://glavarb.ru
Фото: https://glavarb.ru

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 сентябрҙә предприятиеға самолет тибындағы ике пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән.

Предприятиеның һаҡ хеҙмәте һәм илдең оборона министрлығы вәкилдәре һөжүмде кире ҡаҡты, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, ошо хәлдән һуң атмосфера һауаһының сифаты тикшерелде һәм зарарлы матдәләрҙең булмауы асыҡланды.

Әлеге ваҡытта предприятие ғәҙәти режимда эшләй. Заводтағы янғын һүндерелгән.

Бынан алдараҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында БПЛА һөжүм иткәндә үҙеңде нисек тотоу тураһында иҫкә төшөрҙөләр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-18/radiy-habirov-provyol-zasedanie-antiterroristicheskoy-komissii-v-salavate-4393684

Автор: Гөлфиә Акулова
Читайте нас